Йәйғор
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Июль 2023, 10:47

Башҡортостанда подряд ойошмаһы тротуарҙы ремонтлау ваҡытын үтәмәй

Теләһә ниндәй һауа шарттарында ла йөрөргә мөмкин булған яҡшы тротуарҙар – Благовещен халҡының хыялы. Ә бына Чапаев урамындағы тротуарҙы ремонтлаусы подрядсылар башҡаса уйлай.  

-Бында бөтәһе 920 метр тротуарҙы ремонтлау планлаштырыла. Бөгөнгө көндә эштәр яй, өҙөклөктәр менән алып барыла. Подрядсыға ҡарата беҙ дәғүә хаттары ебәрәбеҙ. Бер яҡлы рәүештә контрактты өҙөү бик ауыр. Ләкин мөмкин булһа, судҡа мөрәжәғәт итәсәкбеҙ,- ти район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Вадим Фәтхетдинов. - Тротуарҙы ремонтлау ике йылға планлаштырылған. Подрядсылар быйыл бөтә эштәрҙе тулыһынса башҡарырға ҡарар итә, әммә үҙ көстәрен иҫәпләмәй. Улар әлегә 16 июнгә планлаштырылған ағымдағы йыл этабын яба алмай. Шулай уҡ унда ҡағиҙә боҙоуҙар бар - контракт буйынса ҡаралмаған асфальт һалғандар. Бөтә иҫкәрмәләрҙе бөтөрмәйенсә ҡабул итеү актына ҡул ҡуйылмаясаҡ.

               Вадим Рәмдиз улы һөйләүенсә, быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә Седов урамындағы тротуар ремонтланасаҡ (Карл Маркс урамынан бер туған Першиндар урамына тиклем).

Подряд ойошмаһы эшкә тотондо ла инде. Бедеева Поляна һәм Иҫке Илек ауылдарының белем биреү учреждениелары буйлап тротуарҙарҙы ремонтлау тамамланған да инде.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: