Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июль 2023, 12:12

Халыҡҡа сифатлы һыу

Благовещен ҡалаһының  Седов урамында һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен ремонтлау дауам итә. Уларҙы алмаштырыу (ике километрҙан ашыу) ике этапта башҡарыла. Проекттың дөйөм хаҡы яҡынса 50 миллион һум тәшкил итә.

Халыҡҡа сифатлы һыу
Халыҡҡа сифатлы һыу

Благовещен ҡалаһының  Седов урамында һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен ремонтлау дауам итә. Уларҙы алмаштырыу (ике километрҙан ашыу) ике этапта башҡарыла. Проекттың дөйөм хаҡы яҡынса 50 миллион һум тәшкил итә. Былтырҙан бирле был эштәрҙе «Водоканал» муниципаль унитар предприятиеһы  хеҙмәткәрҙәре тормошҡа ашыра.

Үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән Седов урамындағы һыу үткәргес күптән инде алмаштырыуға мохтажлыҡ кисерә. Диаметры 300 мм булған иҫке ҡорос торбалар хәҙерге замандың полиэтилен торбаларына алмаштырыла. Ойошманың баш инженеры Александр Сусликов әйтеүенсә, ремонт санация ысулы менән башҡарыла. Был юл участкаларында эштәрҙе башҡарыуҙа бик актуаль ысул, сөнки ул автомобилистарға уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмай.

“Былтыр беҙҙә Седов урамындағы һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен реконструкциялауҙың беренсе этабы булды. Ул үҙ эсенә диаметры 250 мм булған 1374 метр оҙонлоҡтағы ҡорос торбаны алмаштырыуҙы алды. Бынан тыш, быуа төбөнән үткән 712 метр оҙонлоҡтағы торба ла алмаштырылды, - ти Александр Григорьевич. - Быйыл бер туған Першиндар урамынан Комаров урамына тиклем һыу үткәргес торбалар алмаштырыла (879 м). Бөгөнгө көндә һыу үткәргес торбаларҙы йыуыу, хлорлау, дезинфекциялау бара. Хәҙер анализ һөҙөмтәләрен көтәбеҙ. Ҡаланың төп урамындағы селтәрҙәрҙе реконструкциялауҙы сентябрь аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана”.

Белгестәр әйтеүенсә, ремонт ваҡытында ҡулланылған һығылмалы полимер торбалар юғары һөҙөмтәгә һәм 50 йылға тиклем оҙайлы хеҙмәт итеү ваҡытына эйә. Шулай уҡ ағымдағы йылда ҡаланың Социалистик, Чапаев урамдарында һыу үткәргес торбаларға капиталь ремонт үткәрелде. “Водоканал” белгестәре абоненттарҙы селтәрҙәргә тоташтырыу буйынса эштәрен дауам итә.

"Киләһе йылдан коммуналь инфраструктураны модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бер туған Першиндар урамы буйлап: Чехов урамынан Комаров урамына тиклем һыу үткәргес селтәрҙәренә капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла, - ти Александр Сусликов. Ә әлегә беҙ халыҡтан ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайбыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә Седов урамында тротуарҙы ремонтлау башланды.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: