Дауахананың матди-техник базаһы даими рәүештә төрлө ауырыуҙарҙы консерватив һәм оператив дауалау өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән тулыландырыла. Был йәшәгән урын буйынса теркәлгән халыҡты тикшереү һәм дауалау мөмкинлеген арттыра. Йыл һайын практик рәүештә дауалауҙың яңы ысулдары индерелә. Үҙәк район дауаханаһында консультатив һәм дауалау процесын мәғлүмәтләштереү юлында ҙур аҙым эшләнгән.
Медицина йыһазландырыуына килгәндә, ул «Һаулыҡ һаҡлау» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә ярайһы уҡ яңырған. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү федераль программаһына ярашлы ағымдағы йылдың алты айында Благовещен үҙәк район дауаханаһы стационар һәм поликлиникалар өсөн медицина ҡорамалдары, ауыл халҡына 21 миллион һумдан ашыу ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн автомобилдәр алды.
- Ике автомобиль ауыл халҡына ашығыс ярҙам ойоштороу өсөн тәғәйенләнгән, - ти Жанна Леонидовна. - Шулай уҡ лабораториялар өсөн биохимик анализатор, ике дефибриллятор, ЭКГ теркәү һәм дистанцион тапшырыу өсөн 13 модулле система алдыҡ. Беҙ уларҙы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ебәрҙек, фельдшерҙар электрокардиография эшләй ала. Улар сирлеләрҙе үҙәк район дауаханаһына йәки кардиоүҙәккә ситтән тороп оҙата алыу мөмкинлегенә лә эйә. Шулай уҡ ауылдарға һауа стерилизаторҙары, күҙ баҫымын үлсәү өсөн тонометрҙар тапшырылды.
Поликлиникала яңы ультратауыш ярҙамында функциональ диагностиканың тулы кабинеты асылды. Заманса ҡорамал табиптарға пациенттар өсөн бөтә тикшеренеүҙәрҙе тиҙ һәм уңайлы итеп үткәрергә мөмкинлек бирә.
- «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алынған яңы ультратауышлы тикшереү аппараты дүрт датчик менән йыһазландырылған, ул тулыһынса тиерлек ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдары, бәләкәй янбаш, ҡалҡан һәм һөт биҙҙәре, бөтә йомшаҡ туҡымалар өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ яңы тыуған сабыйҙарға ла ультратауыш тикшереүе үткәрелә. Яңы аппарат аша эске ағзаларҙың торошон асыҡлау мөмкинлеген бирә, - ти ультратауыш диагностикаһы табибы Марина Иҡсанова. - Быға тиклем беҙ икенсе аппаратта ультратауышлы тикшереү үткәрҙек, ул да насар түгел, ә яңыһының мөмкинлектәре, әлбиттә бик юғары.
Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында район дауаханаһы средстволары иҫәбенә 6,5 миллион һумдан ашыу суммаға медицина ҡорамалдары һатып алынған. Бында дарыухана пункттарын асыу өсөн ҡорамалдар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, стационар бүлексәләре, поликлиникалар өсөн медицина техникаһы инә. Бынан тыш, йорт йыһаздары, оргтехника, йомшаҡ инвентарь һәм башҡалар һатып алынған.
Дауаханала компьютер томографияһы кабинетын капиталь ремонтлау тамамланды. Яҡын арала тейешле ҡорамалдар менән тәьмин итеү планлаштырыла.
Фельдшер-акушерлыҡ пункттары эше
Районда йәмғеһе 21 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм 1 күсмә пункт эшләй. Быйыл Удельно-Дыуанай һәм Языков ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә.
- Языков ауылындағы медицина учреждениеһында әле Башҡортостан Республикаһы буйынса гигиена һәм эпидемиология үҙәге һыу, һауа экспертизаһын үткәрә. Был анализ һөҙөмтәләренән һуң, учреждениеның санитар-эпидемиологик торошо тикшерелә. Роспотребнадзор йомғаҡ яһағас та, лицензия алыр өсөн документтар пакетын әҙерләп бирәбеҙ, - ти Жанна Карунас. - Был процедура өс айға тиклем ваҡытты аласаҡ. Шунан һуң ғына фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ эшмәкәрлеген башлаясаҡ. Киләһе йылда Покровка һәм Ахлыстин ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү планлаштырыла.
Жанна Леонидовна һүҙҙәренсә, ауылда фельдшер-акушерлыҡ пунктының булмауы белгестәргә мөрәжәғәт итмәҫкә сәбәп була алмай. Хатта иң төпкөл ауылдарҙа ла мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм күсмә флюорография ҡулайламаһы бар. Яңыраҡ медицина хеҙмәткәрҙәре Изге Георгий ир-егеттәр ғибәҙәтханаһында күсмә диспансерлаштырыу үткәрҙе. Бөтәһе 20 кеше медицина тикшереүе үтте. Унда йәшәүселәр флюорография, ЭКГ үтә, күҙ, ҡан баҫымын тикшерә, анализдар бирә, фельдшер ҡарауы үтте.
Благовещен үҙәк район дауаханаһының да башҡа ерҙәге кеүек үк, үҙенең проблемалары бар. Уларҙы хәл итеү өҫтөндә бында күп эштәр башҡарыла, иң мөһиме - ҡала һәм ауыл халҡы заманса медицина ярҙамы менән тейешле кимәлдә тәьмин ителә.