Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Ноябрь 2023, 09:21

Языков ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Ауыл халҡын 44 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Светлана Черемных ҡабул итә.

Языков ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Языков ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Благовещен районының Языков ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Ауыл халҡын 44 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Светлана Черемных ҡабул итә. Светлана Анатольевна был ауылға эшкә Өфө медицина колледжын тамамлағандан һуң килгән.


“Йәш саҡта бында эшкә килеүемде, беренсе саҡырыуға барыуымды ла яҡшы хәтерләйем. Бала табырға ваҡыты еткән ҡатынды ҡабул итергә тура килде. Ул саҡта тыуған малай әлеге көндә махсус хәрби операция үткәреү зонаһында беҙҙең тыныс тормошобоҙ, зәңгәр күгебеҙ өсөн көрәшә, - ти фельдшер. -Языков фельдшер-акушерлыҡ пунктына 208 кеше беркетелгән, шуларҙың 35-е - балалар. Пациенттар башлыса ҡан баҫымы күтәрелеүенә, остеохондрозға, артрозға зарлана”.
Яңы ФАП-тың беренсе пациенты Галина Золина булды. Ҡатын-ҡыҙ ҡан баҫымын үлсәтергәтип ФАП-ҡа килгән. «Әкиәткә эләккәндәй булдым. Бында таҙа, йылы, яҡты», - ти ул.


Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас билдәләүенсә, фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, шул иҫәптән электрокардиограф һәм дефибриллятор ҙа бар. Хәҙер ололарға, йәштәргә лә кәрәкле дауалауҙы ауылда алыу яҡын һәм еңел буласаҡ.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: