Социаль контракт сиктәрендә адреслы социаль ярҙам үҙ эшен башларға теләүселәрҙең артабанғы үҫеше өсөн яҡшы мөмкинлек бирә. Хәҙерге тормоштоң ысынбарлығы шундай: халыҡтың яҡынса 80% эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ҡатнаша: кемдер хеҙмәт тәҡдим итһә, ә кемдер клиент булып тора.
2023 йылда ошо программа сиктәрендә Өфө районында дөйөм суммаһы 14 миллион һумдан ашыу булған 45 гражданға ярҙам күрһәтелгән. Адреслы ярҙамды алыусылар араһында Михайловка ауылынан Екатерина Ноғаева ла бар.Үткән йылда Екатерина Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһы һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә субсидия алыуға өлгәшкән.
Екатерина Юрьевна күптән үҙ эшен башларға хыяллана, уның һайлауы матурлыҡ өлкәһенә төшә. Киләсәктә халыҡҡа күрһәтеләсәк хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү маҡсатында ул күп һанлы уҡыуҙар үткән. Яңы эш башлаусы эшҡыуар Михайловка ауылында аппарат косметологияһы һәм СПА-хеҙмәттәр күрһәткән матурлыҡ кабинеты асҡан. Бирелгән адреслы ярҙамға ул заманса ҡоролмалар ала һәм ҡатын-ҡыҙҙы тәрбиәләү, ҡарау өсөн төрлө хеҙмәттәр күрһәтә башлаған. Үҙмәшғүллек ҡаҙаныштары менән генә туҡтап ҡалмай, үҙенең эшмәкәрлеген артабан үҫтереүҙе һәм хеҙмәтләндереү сифатын күтәреүҙе лә планлаштыра әле ул.
- Район хакимиәте дәүләт ярҙамы менән файҙаланырға, проект буйынса документтарҙы юллауға ярҙам итте. Әгәр һеҙ ҙә үҙ эшегеҙҙе башларға теләһәгеҙ, ләкин нимәнән башларға белмәйһегеҙ икән, минең һымаҡ бында кәңәш һорап, мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Хакимиәт белгестәре һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған барса һорауҙарға ла, тулыһынса яуап бирер, - ти Екатерина Ноғаева.