Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Аҡбуҙат” тың тәүге еңеүе

Мәртәбәле конкурста тәү башлап ҡатнашҡан “Аҡбуҙат” жюри ағзалары алдында үҙ стилен, мөнәсәбәтен күрһәтә алды

“Аҡбуҙат” тың тәүге еңеүе
“Аҡбуҙат” тың тәүге еңеүе

Саҡмағош район мәҙәниәт йортонда «Дуҫлыҡ тирмәһе» республика балалар фольклор фестивале үтте. Конкурста Өфө, Бәләбәй, Благовещен, Бүздәк, Илеш, Кушнаренко, Тәтешле, Саҡмағош, Шишмә райондарынан, Дүртөйлө, Салауат, Туймазы, Өфө ҡалаларынан балалар фольклор, хореография, вокаль ансамблдәре, соло башҡарыусылар ҡатнашты. Улар араһында яҡташтарыбыҙ - Өфө районы мәҙәниәт йортоноң Ләйсән Йәнбирҙина етәкселегендәге «Аҡбуҙат» балалар фольклор ансамбленең дә булыуы ҙур мәртәбә булды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса райондың «Аҡбуҙат» балалар фольклор ансамбле «Халыҡ йыры»номинацияһында Гран-приға лайыҡ булды. Сара фольклорҙы һаҡлау, уны үҫтереү һәм пропагандалау, иң яҡшы этнографик балалар фольклор коллективтарын һәм башҡарыусыларҙы асыҡлау, шулай уҡ үҫеп килгән быуынды милли хореография, музыкаль һәм ауыҙ-тел ижады нигеҙҙәренә өйрәтеү маҡсатында уҙғарылды.
-Бындай мәртәбәле конкурста тәү башлап ҡатнашҡан “Аҡбуҙат” жюри ағзалары алдында үҙ стилен, мөнәсәбәтен күрһәтә алды. Ансамблдең репертуары, бейеү элементтары, матур костюмдары – барыһы ла бергә ҡушылып, сараны биҙәне. Шундай ҙур еңеү яулап ҡайтыуыбыҙ менән сикһеҙ шатландыҡ, беҙҙе барыһы ла ихлас ҡотланы, шуға ла минең дә, балаларҙың да күңеле күтәрелде. Былар барыһы ла алдағы эштәргә, яңы конкурс-фестивалдәргә этәргес көс бирҙе. Беҙҙе баһалап торған район етәкселәренә, ата-әсәләргә оло рәхмәтемде белдерәм, – тип һөйләне ансамбль етәксеһе Ләйсән Ғәли ҡыҙы Йәнбирҙина.
Сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: