Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ғинуар , 20:00

Өфө районында яңы амбулатория сафҡа инде

Күптән көткән амбулаторияның асылыуы урындағы халыҡ өсөн  ысын мәғәнәһендә Яңы йыл бүләге булды тиергә мөмкин. Медицина учреждениеһына УрыҫЮрмашы һәм Крючевка ауылдарынан 1155 кеше, шул иҫәптән 337 бала беркетелгән.

Өфө районында яңы амбулатория сафҡа инде
Өфө районында яңы амбулатория сафҡа инде

Бынан ары өлкән һәм кесе пациенттар, Өфөгә бармайынса ғына, дөйөм практика табибы һәм педиатрға, акушер-гинеколог, теш табибына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ башҡа өлкә табиптарының даими эше лә планлаштырыла, ике карауатлыҡ көндөҙгө стационар ойошторолған, процедура, прививка яһау һәм акушер бүлмәләре урынлашҡан. Амбулатория майҙаны ололар һәм балалар өсөн айырым инеү урындары, шулай уҡ киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре менән килгәндәр өсөн айырым ҡабул итеү урыны булдырыу мөмкинлеген биргән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге етәксеһе Альбина Танһыҡҡужина, урындағы халыҡты әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлап, яңы амбулаторияның медицина белгестәре һәм кәрәкле ҡорамалдар менән тулыһынса тәьмин ителеүен айырым билдәләне.

- Ауылда бындай амбулатория бик мөһим һәм социаль әһәмиәтле объект, – тине ул. – Быйыл Башҡортостанда федераль проект буйынса 135 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, шул иҫәптән ФАП һәм амбулаториялар эшләй башланы.

21-се дауахананың баш табибы Радик Нәҙерғолов ауыл халҡын профилактик дауалау кәрәклеге тураһында иҫкәртте.

 - Амбулатория асылыуы бөтә Өфө районы халҡы өсөн мөһим ваҡиға, – тине ул. – Уның төҙөлөшөн бер йылдан ашыу көттөк. Шуныһы мөһим: амбулатория форматы ФАП шарттарында башҡарып булмай торған медицина процедураларын да үткәреү мөмкинлеген бирә. Ауыл халҡын амбулаторияға дауаланыу өсөн генә түгел, ә диспансеризация һәм профилактик тикшереүҙәр үтеү өсөн дә саҡырабыҙ. Юғары квалификациялы медицина ярҙамын ваҡытында алыу бик мөһим, – тине ул.

Яңы медицина клиникаһында дауаланыусылар ысын мәғәнәһендә бәхетле. Сөнки улар үҙҙәре яҡшы белгән белгестәргә яҙыла ала. Амбулатория мөдире итеп ун алты йыл эш стажы булған, оло быуын кешеләренең сирҙәрен дауалау, профилактикалау менән ентекле шөғөлләнгән табип Лилиә Шәңгәрәева тәғәйенләнде.

- Заманса медицина ярҙамы халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы, урындарҙа дауалау кимәлен яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйып уңайлы шарттар булдырырға булышлыҡ итә. Бының өсөн беҙ бик шатбыҙ, – ти Лилиә Салауат ҡыҙы. – Квартал һайын кардиолог, эндокринолог, гериатр, невролог киләсәк. Вакцинация һәм медицина тикшереүҙәре үткәрәсәкбеҙ. Амбулаторияның үҙ дарыуханаһы ла буласаҡ. Беҙ халыҡтың барыһын да дауаланыу, профилактика өсөн көтәбеҙ.

Кескәй пациенттарҙы амбулаторияла ун өс йыллыҡ эш стажы булған урындағы педиатр Ләйсән Сафиуллина ҡабул итә. Фельдшер булып урындағы белгестәр Наталья Байғужина һәм Линиза Әхмәева эшләйәсәк.

Әйткәндәй, ғинуар уртаһында Жуков ауылында ла яңы модулле табип амбулаторияһы асылғайны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урындағы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына республикала йәшәүселәрҙең барыһын да, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, медицина ярҙамы менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Был йүнәлештә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм амбулаториялар төҙөү мөһим аҙым булып тора. Был эштәр быйыл да дауам итәсәк.

 

Гүзәл Шәйбәкова

Автор:
Читайте нас: