Йәйғор
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Июнь 2025, 11:04

Иглин районында медицина бизнесына дәүләт ярҙамы бирелде

«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты ярҙамында Иглин районы эшҡыуары Айгөл Ғәлиәхмәтова үҙ эшендә яңы йүнәлеш асты.

Иглин районында медицина бизнесына дәүләт ярҙамы бирелде
Иглин районында медицина бизнесына дәүләт ярҙамы бирелде

Лор-табип 2022 йылда франшиза буйынса «МЕДИС» медицина клиникаһы аса. Бында өлкәндәр һәм балаларҙы лаборатор диагностикалау өсөн биоматериалдар алына, шулай уҡ акушер-гинеколог хеҙмәттәре күрһәтелә. Иглин районының бизнес-шерифы менән кәңәшләшкәндән һуң, 2025 йылда эшҡыуар ҡатын күрһәтелгән хеҙмәт йүнәлештәрен киңәйтергә ҡарар итә – дәүләт ярҙамынан файҙаланып, оториноларинголог бүлмәһен йыһазландырырға була. Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы ярҙамында медицина клиникаһы «оториноларингология» профиле буйынса заманса ҡоролма һатып ала. Күрһәтелгән ярҙам суммаһы 700 мең һум тәшкил итте. 

– Медицина ҡорамалдарын лизингҡа һатып алыу – банктан кредит алыуға ҡарағанда күпкә отошлораҡ, – ти Айгөл Ғәлиәхмәтова. – Был сара халыҡты хеҙмәтләндереү кимәлен күтәрергә, медицина учреждениеһын техник яҡтан йыһазландырырға мөмкинлек бирҙе. Бындай ярҙам бик мөһим.

Сиринә Фәррәхова.

Автор:
Читайте нас