Йәйғор
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Июнь 2025, 11:14

«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты аша эшҡыуар теплица төҙөй

Иглин районынан Гөлназ Смольникова сәскәләр өсөн теплица төҙөтә. Ә дәүләт ярҙамын 2024 йылда ала.

«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты аша эшҡыуар теплица төҙөй
«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты аша эшҡыуар теплица төҙөй

Гөлназ Смольникова Иглин районы хакимиәтенә социаль контракт буйынса субсидия һорап мөрәжәғәт итә һәм үҙенең идеяһын уңышлы яҡлап сыға. Субсидия аҡсаһына теплица төҙөй. Һуңыраҡ льготалы кредит аҡсаһына үҫентеләр етештереүҙе киңәйтә. Хәҙер эшҡыуарҙың хужалығында меңәрләгән үҫемлек бар: бегония, уоллер һәм яңы гвинея бальзаминдары, кампанулалар, корея хризантемалары һәм мультифлора, традесканциялар. Шулай уҡ баҡса сәскәләре – рауза, лилиә, флокс, седумалар күп. Шуныһы үҙенсәлекле: Гөлназ сәскәләрҙе үҙе етештергән орлоҡтарҙан үҫтерә, уның участкаһында йәшелсә һәм еләк тә яҡшы уңыш бирә. Хоббинан килем сығанағына әйләнгән эшмәкәрлектә уға тормош иптәше ярҙам итә. Эшҡыуар ҡатын үҫемлектәрҙе ҡалаға заказ биреү пунктына тапшыра, шулай уҡ апрель-октябрь айҙарында һораусыларға почта аша ла ебәрә. Уның үҫентеләренә ихтыяж ҙур. Шуға күрә Гөлназ Смольникованың пландары – эшмәкәрлекте тағы ла киңәйтеү.

Сиринә Фәррәхова

Автор:
Читайте нас