Республика етәкселеге тарафынан мәктәп ашханаларының матди-техник базаһын нығытыуға, ашнаҡсыларҙың һөнәри кимәлен камиллаштырыуға ҙур иғтибар бүленә. «Балалар тураһында хәстәрлек күреү – беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Уҡыусыларҙы сифатлы аш-һыу менән тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәр беҙҙең төбәктең киләсәге өсөн ҙур эш башҡара», – тип белдергәйне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Татьяна Тиунова тап шундайҙарҙан. Ул Ажах ауылында тыуып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып хеҙмәт юлын башлай. Артабан Ҡыҙыл Шишмә ауылындағы «Геофизприбор» предприятиеһында токарь, кассир-хисапсы вазифаларын башҡара. 1996 йылдан алып Татьяна Васильевнаның хеҙмәт юлы урындағы урта мәктәп менән бәйле: башта техник хеҙмәткәр, ә инде 2000 йылдан алып ашнаҡсы булып эшләй. 2017 йылда республика мәктәптәре ашханаларында ҙур үҙгәрештәр булып үтә. Улар «Туҡланыу үҙәге» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы ҡанаты аҫтында эш башлай. Заманса ҡорамалдар һатып алына, ашнаҡсыларҙың һөнәри кимәлен үҫтереү буйынса курстар үткәрелә. Ҡыҫҡаһы, мәктәп балаларын туҡландырыу үҙәкләштерелә, тейешле нормаларҙан тайпылыу осраҡтары бөтөрөлә, аҙыҡ-түлектең сифатына ҙур иғтибар бүленә.
Шишмә туҡланыу комбинаты етәкселеге Татьяна Тиунованы юғары исемгә тәҡдим итә лә инде.
– Бер ваҡытта ла мин юғары наградаға лайыҡ булырмын, тип уйламағайным. Эшемде намыҫ менән башҡарырға тырыштым. Уҡыусы балаларҙың ысын күңелдән әйткән рәхмәт һүҙҙәре ашнаҡсы өсөн ҙур бүләк. Хеҙмәтемде юғары баһалаған етәкселәремә оло рәхмәтлемен, – ти Татьяна Васильевна.