Йәйғор
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2025, 14:20

Һаулыҡ һағында үткән ғүмер

Фельдшер Клара Ғәлимова – һөнәргә тоғро хеҙмәт итеү, сыҙамлыҡ һәм кешелеклелек өлгөһө. Уның район һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ!

Һаулыҡ һағында үткән ғүмер
Һаулыҡ һағында үткән ғүмер

Һарт-Лабау ауылында ғүмер кисереүсе Клара Ғәлимова 35 йыл ауылдаштарының һаулығы һағында торҙо. Күптән түгел үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне.

Ул һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған. Башҡа тиҫтерҙәре кеүек кесе йәштән баҫыуҙа, шәхси хужалыҡта өлкәндәргә ярҙам итә. Ауыр хеҙмәт уның характерын нығыта ғына.

Клара Мөғәрәбшәби ҡыҙы 1962 йылда Октябрьский медицина училищеһының акушерлыҡ бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Иглин районына эшкә ебәрелә. Һайланған һөнәренә тоғро Клара Мөғәрәбшәби ҡыҙы 35 йыл Һарт-Лабау фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булып эшләй, ауылдаштарының һаулығы һағында тора. Ауыл ерендә эшләгән медицина хеҙмәткәренә табип та, шәфҡәт туташы ла, санитарка ла булырға тура килә. Ниндәй генә һауа шарттары булыуға ҡарамаҫтан, ул ауырыуҙар янына ашыға. Бик күп саҡырымдарҙы уға ат менән дә, йәйәү ҙә, тракторға ултырып та үтергә тура килә. Әммә, бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Клара Мөғәрәбшәби ҡыҙы үҙен эшен һәр ваҡыт ысын күңел менән башҡара.

Эштән һуң үҙҙәренең хужалығында ла эшләргә өлгөрә ул. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙарының береһе бөгөн әсәһенең эшен дауам итә, Иглин үҙәк район дауаханаһында рентген-лаборант булып эшләй. Клара Мөғәрәбшәби ҡыҙы – яратҡан әсәй, һөйөклө өләсәй, уның биш ейәне бар.

– Клара Мөғәрәбшәби ҡыҙы – һөнәргә тоғро хеҙмәт итеү, сыҙамлыҡ һәм кешелеклелек өлгөһө, – ти хеҙмәттәштәре. – Уның район һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ!

Автор:
Читайте нас