-5 °С
Болотло
«Әлеге ваҡытҡа төҙөлөш тамамланған поликлиникаларҙы асырға кәрәк. Кешеләр көтә. Алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу – республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ҙур ваҡиға», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Роберт Иштуковҡа.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә Благовещенда, Яңауылда, Учалыла, Асҡарҙа, Асҡында һәм Баҡалыла яңы поликлиникалар үҙ ишектәрен аса.