Йәйғор
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Декабрь 2025, 20:43

Башҡортостанда яңы поликлиникаларҙы асыу ваҡыты билдәле булды

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә республикала алты яңы учреждение төҙөлдө.

Башҡортостанда яңы поликлиникаларҙы асыу ваҡыты билдәле булды
Башҡортостанда яңы поликлиникаларҙы асыу ваҡыты билдәле булды

Яңы йыл башланыр алдынан Башҡортостан райондарында милли проект сиктәрендә төҙөлгән алты яңы поликлиника асыла. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер Рөстәм Ғәзизов белдерҙе.

«Был аҙнала Благовещенда һәм Асҡында поликлиникалар асылыуы ихтимал. Бер аҙна ярымдан – Учалыла һәм Яңауылда. Декабрь аҙағында – Баҡалыла һәм Асҡарҙа. Иң һуңғыларҙан булып Әбйәлил районындағы учреждение асыла, унда эштәр байтаҡ», — тине вице-премьер.

Билдәле булыуынса, Асҡын поликлиникаһын асыу тантанаһында Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова һәм федераль һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Михаил Мурашко ҡатнаша.

Автор: admin28@rbsmi.ru
Читайте нас