Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2019, 14:00

Спортһыҙ ғүмерен күҙ алдына ла килтерә алмай

Спортһыҙ ғүмерен күҙ алдына ла килтерә алмай

Благовещен районы талантлы кешеләргә бай. Улар араһында табиптар, төҙөүсөләр, уҡытыусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре. Бөгөн һүҙебеҙ балалар спорт мәктәбе тренеры Илдар Низамов хаҡында булыр.
Илдар Рәүил улы ун йәшенән ныҡлап спорт менән шөғөлләнә башлай. Бигерәк тә саңғы һәм еңел атлетика спортын үҙ итә ул. Ун алты йәшендә Силәбе өлкәһе егете спорт мастеры кандидаты була. Уҡытыусыһы уға еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнергә тәҡдим итә. Егет баш тартмай. Бакал ҡалаһы мәктәбен тамамлағас, ул Өфө институтына уҡырға инә. Бында егет уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай.
1985 йылда Илдар Низамов әрме сафтарына юллана. Унда ла ул әллә күпме ярыштарҙа еңеү яулай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1991 йылда Илдар Рәүил улы йәрәхәт ала. Ә 1993 йылда уға ҙур спортты бөтөнләйгә ҡалдырырға тура килә. Шул ул ваҡытта ул йәш спортсылар тренеры булып китә. 1998 йылда Урал физик культура һәм спорт академияһын тамамлай.
1995-се йылдан алып, ул Благовещен балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләй. Ул әллә күпме йәш чемпиондар тәрбиәләй. Улар арһында биш спорт мастеры ла бар.
Илдар Низамов өсөн иң ҙур бүләк – йәш егет-ҡыҙҙарҙың ҡаҙаныштары.
Читайте нас: