Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2019, 16:58

Хаҡтар артты

Кибеттәрҙә ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнгән, ҡайлылары, киреһенсә, арзанайған

Иғтибар иткәнегеҙ бармы, кибеттәрҙә ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнде. Ошо хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Айырыуса помидор ҡиммәтләнгән. Уның уртаса хаҡы — 71,94 һум. Ҡарабойҙай ярмаһына ла хаҡ 5,3% артҡан. Хәҙер уның килограмы яҡынса 45,27 һум тора. Ит консерваларына ла күберәк түләргә тура килер. Хәҙер 350 грамм -128,1 һум тора. Бер килограмм ҡыяр хаҡы — 69,32 һум, көнбайыш майының бер литры — 96,31 һум, кишерҙең бер килограмы — 18,32 һум. Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек, киреһенсә, арзанайған. Аҡ күсәнле кәбеҫтәнең хаҡы 6,4% төштө һәм хәҙер уның бер килограмы 16,89 һум тәшкил итә. Шулай уҡ тары ярмаһы — 2,6% (бер килограмы — 69,61 һум), шәкәр — 1,9% (бер килограмы — 31,18 һум) осһоҙайҙы.
Читайте нас: