Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2019, 10:27

Иглин атлеттары – беренсе

Салауат ҡалаһында үткән ауыр атлетика буйынса Башҡортостан Беренселегендә Иглин ауыр атлеттары беренсе урын алды

Салауат ҡалаһында 2001 йылғы ҡыҙҙар араһында ауыр атлетика буйынса Башҡортостан Республикаһы Беренселеге үтте. Ярыштарҙа республика ҡалаларынан һәм райондарынан 120 спортсы көс һынашты. Иглин районы данын балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яҡланы.
Ҡыҙҙар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ксения Мисюля, Айгүзәл Рамазанова, Аделина Йәнбәкова пъедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелделәр, ә Гүзәл Хәмзина һәм Каролина Вихарева икенсе урын алдылар. Дөйөм команда һөҙөмтәләре буйынса иглинлеләр беренсе урынға лайыҡ булды.
Йәш спортсылар юғары категориялы тренер-уҡытыусы, ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Александр Пономаревта шөғөлләнә.
Читайте нас: