Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2019, 15:00

47 ҡатын - ҡыҙ "Әсәлек даны" миҙалын менән аҡсалата премия алды

Благовещен районының Ситники ауылынан Карина Самсонова алты балаға ғүмер биргән

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡулынан республиканың 47 ҡатын - ҡыҙы "Әсәлек даны" миҙалын менән аҡсалата премия алды.
Благовещен районының Ситники ауылынан Карина Самсонова алты балаға ғүмер биргән.Мөләйем әсә балаларын кеше итеүгә, уларҙың тәртипле һәм аҡыллы булып үҫеүенә ҙур көсөн һала. Республикалағы 46 мең ғаилә араһында Самсоновтарҙың да хәстәрлекле, өлгөлө ғаиләһе үҙ урынын биләп тора.
- Һеҙҙең төп һәм мөһим бурысығыҙ - ғаилә,уны һаҡлау, уның именлеге.Тыныс, мөхәббәтле һәм бер - береһен аңлаған һәр ишле ғаилә ул - йәмғиәтебеҙҙең ысын йөҙө.Бындай ғаиләләрҙә әсәләр - ысын геройҙары.Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем,- тине үҙ ҡотлауында Константин Толкачев.
Читайте нас: