Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2019, 12:00

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан һөнәр эйәләре тантаналы тәбрикләнде

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан был маҡтаулы, кәрәкле һөнәр эйәләре Өфөнөң Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеүҙәр залында тантаналы тәбрикләнде.
Республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре, предприятие, фермер хужалығы етәкселәре, белгестәре араһында беҙҙең район вәкилдәренең булыуы ла икеләтә шатлыҡлы ине.
"Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булған яҡташыбыҙ, "Нива" ауыл хужалығы кооперативы механизаторы Иван Горшков 30 йылға яҡын һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған.Кооператив етәкселеге,хеҙмәттәштәре хөрмәтенә лайыҡ Иван Михайловичҡа һәр яуаплы эш ышанып тапшырыла.Район комбайнсылары араһында ла ул гел алдынғылыҡты бирмәй.
"Турбаҫлы ҡошсолоҡ" асыҡ акционер йәмғиәте ҡошсоһо Салауат Риянов " Һөнәре буйынса яҡшы" тигән номинацияла диплом менән бүләкләнде.Эшен яратҡан, күп йылдар һөнәренә тоғро ҡалған Салауат Рияновтың фиҙакәр хеҙмәте лә Хөкүмәтебеҙ тарафынан бик ваҡытлы баһаланды.
Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Илшат Фәйзрахманов ауыл хужалығы эшсәндәренең крәҫтиән бурысына тоғро булғанына, тыуған ергә сикһеҙ һөйөүенә һәм уларҙың тырыш хеҙмәтенә оло рәхмәтен белдерҙе.
Читайте нас: