Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2019, 14:00

Еңеү яулап ҡайттылар

Бөтә Рәсәй гимнастары көнөндә Благовещен спортсылары фитнес - аэробика буйынса республика ярыштарында ҡатнашты

Бөтә Рәсәй гимнастары көнөндә Благовещен спортсылары фитнес - аэробика буйынса республика ярыштарында ҡатнашты.
Ҡаланың үҫмер балалар спорт мәктәбе, спорт аэробикаһы һәм фитнес - аэробикаһы федерацияһы үҙенең тәрбиәләнеүселәрен баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙған ярышҡа алып барыуҙы хәстәрләне. Һәр саҡ һөҙөмтә өсөн тырышып эшләгән тренерҙар Светлана Ғәлийәнова, Гүзәл Вервельская 7 йәштән 14 -кә тиклемге 18 баланы ярышҡа әҙерләне.Улар өс йәш категорияһында "степ - аэробика","аэробика" номинацияларында ҡатнашты.Дөйөм алғанда,31 миҙал яуланды.Оҫта,тырыш,көслө рухлы,сәмсел малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙур тырышлыҡ менән 25 - беренсе,6 - өсөнсө урын алды.
Йәш гимнастарҙы алда ла яңы еңеүҙәр, матур асыштар, осрашыуҙар көтөп торһон!
Читайте нас: