Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2019, 12:30

Ил һаҡлау - изге бурыс!

“Алпамыша” йәш үҫмерҙәр спорт клубында Иглин егеттәренең тәүге төркөмөн хәрби хеҙмәткә оҙатыу тантанаһы үтте

Рәсәй армияһы сафтарына көҙгө саҡырылыш башланды. “Алпамыша” йәш үҫмерҙәр спорт клубында Иглин егеттәренең тәүге төркөмөн хәрби хеҙмәткә оҙатыу тантанаһы үтте.
Сарала Иглин һәм Нуриман райондарының хәрби комиссары Вадим Дәүләтшин, ветерандар советы рәйесе Сәйфулла Айытҡолов, ДОСААФтың район бүлексәһе етәксеһе Әсҡәт Харасов, дини конфессиялар вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты. Улар буласаҡ һалдаттарға иҙге теләктәрен еткерҙе. Клуб тәрбиәләнеүселәре егеттәргә концерт номерҙары бүләк итте. Буласаҡ хәрбиҙәр дүрт командаға бүленеп, брейн-ринг уйынында көс һынашты.
Йәш иглинлеләр илебеҙҙең төрлө тарафтарында төрлө ғәскәрҙәрҙә, шул иҫәптән, һауа десанты, милли гвардия, диңгеҙ пехотаһы, махсус тәғәйенләнештәге элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итәсәк. Улар тыуған ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырҙар.
Читайте нас: