Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2019, 11:35

Парктар төҙөкләнә

Иглин районы үҙәгендәге – Еңеү, Алатыр, Аҡбирҙе, Оло-Теләк, Таутөмән ауылдарындағы ял парктарында төҙөкләндереү эштәре бара

Иглин районы үҙәгендәге – Еңеү, Алатыр, Аҡбирҙе, Оло-Теләк, Таутөмән ауылдарындағы ял парктарында төҙөкләндереү эштәре бара. План буйынса юлдарҙы асфальтлау, обелиск һәм һәйкәлдәрҙе алмаштырыу, территорияларҙы йәшелләндереү һәм яҡтыртыу, эскәмйәләр ҡуйыу, видеокамералар уынлаштырыу кеүек эштәр ҡаралған.
Алатыр паркында ағымдағы йыл аҙағына ҡәҙәр балалар майҙансығы, арка, асыҡ һауала сәхнә ҡуйыласаҡ. Иглиндәге Еңеү паркында ла эштәр әүҙем бара. Бында балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйыла, үҙәк аллеяға таш түшәлә, ҡоймалар яңартыла.Таутөмәндә "Ҡала мөхите" программаһы буйынса ауыл советы бинаһы алдындағы майҙан төҙөкләндерелә. Бында балалар баҡсаһын төҙөү эштәре тамамланып килә.
Иглинлеләргә киләсәктә буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырыла.
Читайте нас: