Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2019, 13:30

Руль артына иҫерек килеш ултырған өсөн – штраф

Утыҙ ете йәшлек иглинлы иҫерек килеш машина менән идара иткәне өсөн ҡаты язаға тартылған

Утыҙ ете йәшлек иглинлы иҫерек килеш машина менән идара иткәне өсөн ҡаты язаға тартылған. Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, хөкөм ителгән ир 200 мең һум штрафтан тыш өс йылға транспорт саралары менән идара итеүҙән дә мәхрүм ителгән.
Иҫерек ир июль айында юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотҡарлана. Асыҡланыуынса, ғәепләнеүсе иҫерек килеш машина менән беренсе тапҡыр ғына идара итмәй икән.
Судта ир үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инде.
Читайте нас: