Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2019, 11:15

Тамашасы булһын ҡәнәғәт

Быйылғы Театр йылы благовещендар өсөн дә бик әһәмиәтле булды

Быйылғы Театр йылы благовещендар өсөн дә бик әһәмиәтле булды.Ҡала - райондың мәҙәни усаҡтары төрлө йәштәге үҙ тамашасыһына,китапханалар - күп һанлы китап уҡыусыһына төрлө кимәлдә ойошторолған саралар тәҡдим итте. Уҙған “Театр төнө” лә ижадҡа тартылған тамашасыны битараф ҡалдырманы.
Өфө ҡалаһындағы Рус дәүләт драма театры сәхнәһендә театр сезоны башында һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикле булған инвалидтарҙың актер оҫталығын асыҡлау маҡсатынан “Ҡағылыу” ижади конкурс – фестивале асылды. Театрҙың башлыса бар труппаһы ла был матур башланғысты хуплап,был проектта ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ысын артистар халыҡтан сыҡҡан артистарҙы оло сәхнәгә әҙерләне:ролдәрҙе нисек оҫта итеп башҡарырға өйрәтте, уларға ым – ишара,хәрәкәткә лә иғтибар итергә өндәне. ”Голубь Сизокрылый” төркөмөнә ингән беҙҙең ҡала артистары –Андрей Ворожцов,Надежда Пушкарева,Алмаз Турсунов, Рада Фәтәхова,
Гөлшат Әхмәтшина ҙур театр сәхнәһендә уйнауынан бик ҡәнәғәт ҡалды. Күңелендә театрға оло һөйөү йөрөткән, һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикле булған артистарыбыҙ ошондай сараны ойоштороусыларға бик
рәхмәтле.
Шулай уҡ республикабыҙ буйлап үҙешмәкәр театр марафондары дауам
итә. Беҙҙең районға театр штандарты тантаналы шарттарҙа Бөрө ҡала
мәҙәниәт йортонда тапшырылды. Штандартты ҡабул итер алдынан
”Отражение” өлгөлө театр студияһы артистары Ҡала мәҙәниәт йорто
режиссеры,һәләтле Оксана Корниенко етәкселегендә Ольга Шеренова яҙған
“Таштар аша әкиәт” пьесаһын сәхнәләштерҙе. Ауыр драма аша улар
тамашасыны йәштәр тормошона әйҙәп, төрлө ҡатмарлы ваҡиғаларҙы күреп,
уйланырға мәжбүр итте. Бөрө тамашасыһы күрше Благовещен артистарының
ролдәрҙе башҡарыу оҫталығын юғары баһаланы. Уларҙың көслө алҡыштары
быға асыҡ дәлил булды.
Артабан үҙешмәкәр театр сәнғәтен һөйөүселәр райондың Илек ауыл
мәҙәниәт йортона йыйылды.Штандарт артынан килгән әлшәйҙәр илектәргә
“Тамаша”башҡорт халыҡ театрының матур,сағыу сығышын бүләк итте. Улар
драматург Әнғәм Атнабаевтың “Мөхәббәт тураһында йыр”пьесаһын
сәхнәләштерҙе.Режиссер – ҡуйыусы Земфира Ситдиҡова ҡуйған спектакль
барыһына ла бик оҡшаны.
Благовещен еренә изге,яҡты уйҙар менән килгән әлшәйҙәр
танышыу,артабанғы дуҫлыҡ хаҡына иҫтәлек йөҙөнән хужаларға
халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы – ҡурай бүләк итте.
Читайте нас: