Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2019, 19:27

Ҡар япмаһы ятыуы көтөлә

Ҡар япмаһы ятыуы көтөлә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала көндәрҙең һалҡынайыуы һәм ҡар япмаһы ятыуы тураһында иҫкәртә. Был турала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Бөгөндән алып 1 ноябргә тиклем һауа температураһының төндә -3, +2 градустан -5, -10, аяҙытҡанда -15-кә тиклем, көндөҙ 0, +5-тән 0,-5-кә тиклем яйлап түбәнәйеүе көтөлә.
Иртәгә,30 октябрҙә, республиканың көньяғында, 31 октябрҙә Башҡортостан биләмәһендә ямғыр, ҡар, урыны менән боҙлауыҡ фаразлана. Ҡар япмаһы ятыуы көтөлә.
Читайте нас: