Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2019, 11:18

Благовещендар диктант яҙҙы

Благовещендар диктант яҙҙы

"Бөтә Рәсәй географик диктанты" акцияһына благовещендар ҙа дәррәү ҡушылды.
Ҡала - район мәктәптәрендә ойошҡанлы уҙған был сарала география фәне буйынса белемен тикшереп ҡараусылар өсөн бер нисә майҙансыҡ эшләне.Ошо маҡсатты күҙ уңында тотҡан халыҡ Рус география йәмғиәте ойошторған сарала 5 йыл рәттән ҡатнаша.
Диктант яҙыу теләге менән ҡаланың 6 - сы мәктәбенә 100 - ҙән артыҡ уҡыусылар, уҡытыусылар,студенттар һәм ата - әсәләр килде.Бер дәрес ваҡыты - 45 минут эсендә яҙылған диктантта улар Ватан географияһынан илдең тарихына, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, архитектураһына, уның үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ҡағылышлы 30 һорауға яуап биреп өлгөрөргә тейеш ине.Диктант һорауҙарының ауыр булмауын,сараның мөһим һәм ойошҡанлы уҙғанын билдәләгән яҡташтарыбыҙға сарала ҡатнашыу таныҡлыҡтары ла тапшырылды.
Читайте нас: