Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2019, 13:55

Һеҙҙең ҡолағығыҙ дөрөҫ тишелгәнме?

Һеҙҙең ҡолағығыҙ дөрөҫ тишелгәнме?

Хәҙерге ваҡытта алҡаларҙың ниндәйе генә юҡ. Йәнең ниндәйен теләй, шуныһын ал да таҡ. Замана ҡыҙҙарының ҡайһы берҙәренең ҡолаҡтарында бишәр тишек бар. Сәләмәтлеккә зыян килтермәҫ өсөн, ҡолаҡ дөрөҫ тишелергә тейеш икәнен ономағыҙ.
Ҡолаҡта, аяҡ табанында , бармаҡ остарында, устарҙағы кеүек рефлектор зоналар бар. Улар организмдың теге йәки был ағзаһы менән туранан- тура бәйле. Мәҫәлән, ҡолаҡтың йомшаҡ урыны – баш, унан өҫкә табан менгән кимерсәк умыртҡа бағанаһы эшмәкәрлеге менән бәйләнештә. Ҡолаҡ йомшағының уртаһында – алҡа кейҙерелә торған урында күҙҙәр сәләмәтлеге өсөн яуап биргән нөктә урынлашҡан.
Зыянһыҙ ҡолаҡ тишергә уйлаһағыҙ, иң тәүҙә актив зоналарҙы теш таҙартҡыс (зубочистка) менән билдәләгеҙ, ҡолаҡтың йомшаҡ урынына баҫып сығығыҙ. Иң ауыртҡан урын – күҙҙең рефлектор зонаһы буласаҡ. Унан 1-2 мм һулда,йә уңда тишек яһарға мөмкин.
Онотмағыҙ, һаулыҡ – ҙур байлыҡ. Ҡолаҡ тишер өсөн табиптарға мөрәжәғәт итһәгеҙ, дөрөҫөрәк булыр.
Читайте нас: