Иглин районының Таутөмән ауылында йәшәүсе танылған спортсы Инна Айбушева Германияның Лейпциг ҡалаһында уҙған ҡул һуғышы буйынса донъя кубогында ҡатнашты. Ярыштарҙа Литва, Эстония, Польша, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Италия һәм башҡа илдәрҙән 200-ҙән ашыу спортсы көс һынашты.