Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2019, 10:48

Шатлыҡ таратып йәшә

Благовещен районының Түбәнге Иҙәк ауылында йәшәгән Тамара Ирмонова 80 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне

Ошо көндәрҙә Благовещен районының Түбәнге Иҙәк ауылында йәшәгән Тамара Ирмонова 80 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне.
Тормош юлы гел фиҙакәр хеҙмәттә уҙған,эшһөйәр,хәстәрлекле ҡатынды ире Яштубай, балалары,ейән - ейәнсәрҙәре,туғандары тыуған көнө менән ихлас ҡотлап,юбиляр хөрмәтенә мул һый - ниғмәтле табын йыйҙы.Ауылдың хөрмәтле,тормош,йәшәү мәғәнәһен тәрән аңлаған, кешеләргә тик изгелек ҡылған Тамара Мадияровнаны ауыл хакимиәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре,халыҡ та үҙ иғтибарынан ситтә ҡалдырманы: изге теләктәр ҙә теләне,бүләген дә бирҙе.Ҡунаҡтар юбилярға алда ла оҙон, бәхетле ғүмер,яҡындарын ҡыуандырып,шатлыҡ таратып йәшәүен теләне.
Читайте нас: