Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2019, 14:38

Ҡыҙҙар – ил һағында

Благовещен ҡалаһына Башҡортостандың хәрби коммиссары килгән ваҡытта күп кенә уҡыусы ҡыҙҙар үҙҙәренең тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләргә тигән теләк белдергән ине

Фото интернет селтәренән
Фото интернет селтәренән
Благовещен ҡалаһына Башҡортостандың хәрби коммиссары Игорь Харченко килгән ваҡытта күп кенә уҡыусы ҡыҙҙар үҙҙәренең тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләргә тигән теләк белдергән ине.
Ҡыҙҙарға нисек хәрби булырға икән? Иң беренсе шарт - һаулығыңдың яҡшы булыуы.Әгәр ҙә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы ҡарамағындағы уҡыу йорттарына инергә теләк булһа, иң тәүҙә йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда ниндәй документтар кәрәклеген, ҡайһы уҡыу йорттары ниндәй һөнәрҙәр буйынса ҡабул итеүен әйтеп бироерҙәр, медицина комиссияһы үтергә ҡушырҙар. Ғаризалар 20 апрелгә тиклем генә ҡабул ителә. Медицина комиссияһын ғинуарҙа уҡ үтеп ҡуйыу мотлаҡ. Ҡыҙҙарҙы Санкт- Петербургтағы С. Бурденко исемендәге Хәрби элемтә академияһына, ошо уҡ ҡалалағы А. Можайский исемендәге Хәрби- йыһан академияһына, С. Киров исемендәге Хәрби- медицина академияһына, Рязань ҡалаһындағы В.Маргелов исемендәге һауа- десант команда училищеһына, Балашихалағы Петр Беренсе исемендәге Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре академияһына уҡырға алалар.
Читайте нас: