Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2019, 12:30

Иглиндәр – “Сәләм, Республика!” проектында

“Хәтирә” башҡорт халыҡ фольклор коллективы БСТ каналының “Сәләм, Республика!” проектында ҡатнашты

Ҡарамалы ауылы клубында эшләп килгән “Хәтирә” башҡорт халыҡ фольклор коллективы БСТ каналының “Сәләм, Республика!” проектында район исеменән сығыш яһаны. Сираттағы тапшырыу Иглин районы халыҡ таланттарына бағышланды.
Клуб мөдире Нәзирә Шәрәфетдинова 2020-се йылда үтәсәк IV Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек, үтеп барған Театр йылында башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Урындағы мәктәптең урыҫ теле уҡытыусыһы Рәйсә Хәбибуллина Иглин районындағы диалекттар менән таныштырҙы. “Хәтирә”нең етәксеһе Зөһрә Камалова коллективтың репертуары, алдағы пландары менән бүлеште.
Ауыл клубының үҙешмәкәр сәнғәтендә әүҙем ҡатнашыусы Рәҙетдин Камалетдинов төрлө музыка ҡоралдарын эшләү менән мауыға. Ул үҙе яһаған ҡурай, ҡумыҙ, һинд тынлы уйын ҡоралы бансури тураһында һөйләне, уларҙа уйнап алды. “Хәтирә” ағҙалары телевизор ҡараусыларға “Иҙел буйында”, “Бәпес күреү” йолаларын сәхнәләштерҙе.
Читайте нас: