Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2019, 14:03

Әсә булырға хаҡы бармы?

Йөрәкһеҙ ҡатын 3 йәшлек ҡыҙын һәм 11 айлыҡ ҡына улын өйҙә ике көнгә ҡалдырып сығып китә...

Фото «Плохие новости» төркөмөнән
Фото «Плохие новости» төркөмөнән
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла, әсәләр балалары астан үлмәһен өсөн көнө-төнө эшләгән, бер телем икмәк булһа ла табырға тырышҡан. Ә хәҙерге ваҡытта балалар асҡа үлгән тигәнде ишетһәк, уйҙар башҡа һыймай...
Ошондай ҡот осҡос хәл Башҡортостанға терәлеп кенә тиерлек ятҡан Златоуст ҡалаһында теркәлә.
21 октябрҙә үҙен әсәмен тигән кеше оло малайын эйәртеп сығып китә, 3 йәшлек ҡыҙы һәм 11 айлыҡ ҡына улы өйҙә ҡала. Йөрәкһеҙ ҡатын Ольга Базарова ике көн үткәс кенә ҡайта. Был ваҡытҡа 11 айлыҡ сабыйы мәрхүм була. Ҡатын күп уйлап тормай, иҫән ҡалғанын алып яңынан сығып китә.
Йома көндә, 25 октябрҙә өләсәләре ҡыҙын, өс ейәнен күрәйем тип килһә, иҫе китә, өйҙә - сабыйҙың үле кәүҙәһе… Ул полицияға хәбәр итә. Тикшергәндән һуң баланың астан үлеүе билдәле була.
Әле иҫән ҡалған малай менән ҡыҙҙы реабилитация үҙәгенә урынлаштырғандар, әсәләренә килеп күреп йөрөргә мөмкин тип хәбәр ителгән. Аҡылы һау, йөрәге бар әсәй ундай аҙымға бармаҫ…
Савелийға 26 октябрҙә 1 йәш тулған булыр ине, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас: