Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2019, 13:30

Ҡырҡ йылдан һуң...

Иҙәк урта мәктәбен теүәл 40 йыл элек, 1979 йылда тамамлаған сығарылыш уҡыусылары һағынышып ауыл мәҙәниәт йортона осрашыуға ҡайтты

Бөгөн инде олпат йәштәге, сәстәренә бер аҙ сал төшкән ағай - апайҙар бергә уҡыған ҡыңғыраулы мәктәп, дәртле йәшлек йылдарын һағынып, уҡыу осорондағы ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе йылмайып - көлөп иҫләне. Күптән мәрхүм булған хөрмәтле уҡытыусыларын, мәктәп хеҙмәткәрҙәрен, шуҡ классташтарын да онотманы. Уларҙың һәр береһен күҙ йәштәре аша хәтергә төшөрҙө.
Ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторған матур сараға оло рәхмәтле булған яҡташтар йырлап, бейеп күңел асты, хәтирәләргә бирелеп, ғәзиз тыуған ерҙән алдағы көндәргә тағы көс, дәрт алып таралышты.
Читайте нас: