Иглин районында урманда аҙашҡан оло йәштәге бәшмәксе табылды.
Ошо көндәрҙә112 хеҙмәтенә 1949 йылда тыуған ир-аттың юғалыуы тураһында шылтыратыу була. Билдәле булыуынса, ул Петрово-Федоровка ауылына яҡын урманға бәшмәккә китә.
Ирҙең телефоны һүндерелгән булыуы һәм тәүлектең ҡараңғы ваҡыты эҙләүҙәрҙе ҡатмарлаштыра. Шулай ҙа ҡотҡарыусылар тырышлығы менән бәшмәксе табыла.