Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2019, 13:46

" Һөнәрҙәр фестивале" саҡырҙы

" Һөнәрҙәр фестивале" саҡырҙы

Благовещен ҡалаһының белем биреү учреждениеларынан 149 уҡыусы федераль кимәлдә ойошторолған ҙур масштаблы сарала - "Һөнәрҙәр фестивале " ндә ҡатнашты.
" Киләсәккә билет" Бөтә Рәсәй профориентация проекты сиктәрендә уҙған сараға йыйылған мәктәп уҡыусылары төрлө һөнәрҙәр донъяһына "сәйәхәт" итте. Махсус лекция, төрлө һөнәр өлкәһе кешеләре менән һөйләшеү аша һәр уҡыусы үҙе һайлаясаҡ һөнәрҙең үҙенсәлектәре, нескәлектәре менән танышты.
Сарала ҡатнашыусылар уның ойошҡанлы, кәрәкле һәм бик ваҡытлы уҙғарылыуын билдәләне.
Читайте нас: