Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2019, 12:44

Нуриманда шиғриәт бәйгеһе

Нуриманда шиғриәт бәйгеһе

Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы Нуриман районының бөтә мәҙәниәт учреждениеларында, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында киң билдәләнде.
Әҙип ижады буйынса үткәрелгән әҙәби - музыкаль кисәләр, төрлө конкурстар, викториналар, флешмобтар, сәхнәләштерелгән тамашалар ошо турала һөйләй.
30 октябрҙә үҙәк мәҙәниәт йортоноң уҡыусылар залында “Мостай Кәримдең алтын мираҫы” исемле шиғриәт бәйгеһе үтте. Бәйгене үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре Сабирова Ғәлиә Ғаззали ҡыҙы, Ғабдрахманова Ләйсән Рәис ҡыҙы, Ғабдрахманова Розалия Вәли ҡыҙы әҙерләгәйне.
Конкурста ҡатнашыусылар башҡорт, рус, татар телдәрендә сығыш яһаны. Шиғыр һөйләүселәр араһында йәштәр ҙә, төрлө хужалыҡ тармаҡтарында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар ҙа бар ине.
Шиғриәтебеҙҙең алтын фондына ингән “Россиянмын”, “Ҡоштар осорам” “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, “Тауҙар”, “Көҙ” “Юлдарым һиңә бара” шиғырҙары менән бер рәттән рус телендә “Лунная дорога”, “Вера”, “Русская девочка” әҫәрҙәре яңғыраны.
Арыҫланова Розалия Сәлих ҡыҙы, Сөләймәнова Эльвина Әлфәт ҡыҙы, Шәйхетдинова Вәсилә Динислам ҡыҙы, Мөнәүәрова Фәниә Исмәғил ҡыҙы, Сабирова Римма Абзан ҡыҙы, Лоҡманова Рәйсә Хәмзә ҡыҙы,Баһаутдинова Фәриҙә Шәйҙулла ҡыҙы һәм Асадуллина Надежда Лазаревна Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен оҫта, тасури итеп уҡыуҙары өсөн Рәхмәт хаттарына һәм бүләктәргә лайыҡ булды.
Мостай Кәрим ижадына хас булған илһөйәрлек, дуҫлыҡ, мөхәббәт, матурлыҡҡа ынтылыу темалары һәр беребеҙгә яҡын, шуға ла бөгөн әҙип шиғырҙарын уҡыусылар кәмемәй, ә арта ғына бара.
Читайте нас: