Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2019, 10:39

Ҡорама ҡорау - боронғо шөғөл

Ҡорама ҡорау - боронғо шөғөл

Покровка ауыл мәҙәниәт йорто музейы ауыл халҡының да, балаларҙың да күптән инде яратҡан урынына әүерелгән. Төрлө экспонаттары булған музейға балалар теләп йөрөй.
Ҡул эштәре оҫтаһы булған Тәнзилә Искәндәрова менән улар башҡорт халҡының борондан килгән шөғөлө - ҡорама ҡорау серҙәренә төшөнә. Энә,еп һәм иҫке күлдәк - яулыҡтар, түшәк ҡаралтыларының арыу урындары, яңы туҡыманың ҡалдыҡ - боҫтоҡ киҫәктәре ярҙамында улар үҙенсәлекле,милли колоритлы матурлыҡ тыуҙырырға өйрәнә бында.
- Һәр тырыш кеше үҙ алдына ҡуйған маҡсатына ирешә, уны тормошҡа ашыра. Бындай боронғо, тәбиғи, ябай кәсепте тергеҙеп, йәш быуынға еткереп, милли асылыбыҙҙы таныта алыуыма шатланам , - ти Тәнзилә Зиннәт ҡыҙы.
Читайте нас: