Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2019, 11:31

100 йыллыҡҡа - 100 хәрәкәт

Йәштәр дәртле бейене

Республиканың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡала мәҙәниәт һарайы майҙанында " 100 хәрәкәт " бейеү батлы үтте.
" Орленок " үҫмерҙәр клубы ҡала мәҙәниәт һарайы менән берлектә ойошторған был сарала мәктәптәрҙән әүҙемдәр һәм ирекмәндәр етәкселегендә уҡыу йорттары студенттары бергәләп көс һынашты. Төрлө халыҡтар бейеүен бергәләп бейегән йәштәр бер - береһенән уҙҙырырға тырышты. " Йәш саҡ - дәртле саҡ ", тигәндәй,һәр бейеүҙең хәрәкәте улар тарафынан тиҙ генә отоп алынып, оҫта итеп башҡарылды.
Акцияға ҡушылғандар финалда 100 һанын һүрәтләп, теҙелеп баҫып 8 метрлы Башҡортостан Республикаһы флагын йәйелдерҙе.Афарин, йәштәр!
Читайте нас: