Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2019, 07:37

Ат - кешенең тоғро дуҫы

Һыбай йөрөү файҙалы

Борон борондан ат - кешенең тоғро дуҫы һәм ярҙамсыһы булған. Һуғыш йылдарында ул күп төрлө хужалыҡ эштәрендә файҙаланылһа, ә яу яланында яугирҙың уң ҡанаты булған. Элекке күсмә тормош шарттарында ир - егеттәр менән бер рәттән ҡатын - ҡыҙҙар ҙа һыбай йөрөгән.
Һыбай йөрөргә яратҡан малай - ҡыҙҙарҙы, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ат спортына йәлеп итеү маҡсатынан Валерий Мыльников Благовещен ҡалаһында "Простор" ат клубының эшен ойоштора. Һигеҙ хеҙмәткәрҙән торған клубта эштәр көйлө бара. Ҡаланан ситтә, элекке "Елочки" балалар лагерында урынлашҡан клуб ат спортын яратыусылар өсөн бик ҡулайлы.Тәбиғәте матур, һауаһы саф, һыбай йөрөргә тәғәйенләнгән урыны уңайлы,ҡаралған тәрбиәле аттар, үҙ - ара яҡшы мөнәсәбәт...
Тиҙлек, көс, сәм яратҡан клуб хеҙмәткәрҙәре һәр бала менән шәхсән шөғөлләнә. Ҙур ихласлыҡ аша уларҙы атты яратырға, дөрөҫ итеп туҡландырырға, ҡарарға, һыбай йөрөргә, ат менән дөрөҫ идара итергә өйрәтә.
Һыбай йөрөү мускулдарҙың әүҙемләшеүенә һәм сәләмәтлекте нығытыуға ыңғай йоғонто яһағанын аңлаған өлкәндәр клубта ойошторолған түңәрәккә балаларын әүҙем йөрөтә.Уларҙың күптәре ат сабыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған, ә иппотерапияға йөрөгәндәр һаулығын нығытҡан.
Читайте нас: