Иҫкә төшөрәйек, ҡайһы бер ризыҡтарҙа, антибиотиктағы кеүек үк, бактерияларҙы һәм микробтарҙы үлтерергә һәләтле матдәләр бар. Мәҫәлән, һарымһаҡ һыуыҡ тейеүҙән дауалай, инсультты киҫәтә, иммунитетты күтәрә. Торма шулай уҡ һыуыҡ тейеүҙән дауалай. Һутын эсергә һәм яраға һөртөргә ярай. Ә бына керән тамыры тамаҡ шешеүҙе дауалаһа, гәрсис - теш һыҙлауын баҫа. Мүк еләге яраларҙы бөтәштерә, ә балан - бронхит, пневмония, һытҡы, фурункулдан дауа.