Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 11:45

Благовещендар акцияла әүҙем ҡатнашты

Йөкмәткеле уҙҙы саралар

" Сәнғәт төнө - 2019" Бөтә Рәсәй мәҙәниәт акцияһы сиктәрендә Благовещен ҡалаһының тарихи - крайҙы өйрәнеү музейында күп төрлө саралар үтте. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға, Рәсәйҙәге Театр йылына бағышланған өс темалы акцияға благовещендар ҙа теләп ҡушылды. "Благовещен - театраль ҡала" интерактив күргәҙмәһен ҡарап, "Минең тыуған яғым" тигән дәрестә күптәр үҙ белемен арттырыуға өлгәште. Ә " Мостай Кәрим: тормош һәм ижад" викторинаһында ҡатнашҡандар үҙенең белем кимәленән сығып, һорауҙарға тулы яуап бирергә тырышты.
Район китапханаһына акцияла ҡатнашыу теләге менән район таланттары - һәүәҫкәр шағирҙар, артистар, музыканттар йыйылды.Улар ҡунаҡтарға үҙенең һәләтен күрһәтте, илһамланып ижад емештәрен бүләк итте.Сарала ҡатнашҡан ирекмәндәр барыһын да күңелле флешмобҡа саҡырҙы.
Ҡалала ойошҡанлы уҙған саралар халыҡты берләштерҙе лә,байрам кәйефен дә күтәрҙе.
Читайте нас: