Иҫке Надеждин ауыл хакимиәте башлығы Андрей Караваев ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, "Успех" агрофирмаһы етәкселеге, ауыл халҡы менән берлектә тырышып эшләй. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, сараларҙы оҫта ойоштороусы Надежда Янькова, тәжрибәле китапханасы Ирина Сергеева ауылдың төрлө йәш категория кешеләренә тәрбиәүи темаға - лекция, әңгәмәләр, күңел асыу саралары - концерт, кисәләр, осрашыуҙарҙы ентекле, иҫтә ҡалырҙай итеп уҙғара.
Әле яңыраҡ ер кешеһе - ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамын да улар матур итеп ойошторҙо." Ауыл хеҙмәтсәненә - дан" тигән байрам концерты уларҙың кәйефен күтәрһә, ә "Ауыл хужалығы белгестәре" исемле интеллектуаль уйында балалар ҡатнашып, ауыл хужалығы өлкәһендәге белемен тикшереп ҡарап,күп нәмәне иҫләп ҡалыуы бик оҡшаны.
Йәш быуын вәкилдәрен патриотик рухта тәрбиәләүгә көс түккән, уларға ысын миҫал булған өлкәндәр Бажин тауы итәгендә ерләнгән комиссар Н.Г. Семенов - Кочерягиндың ҡәбер ташын, уның тирә - яғын тәртипкә килтерҙе.1919 йылдың 23 февралендә аҡтар тарафынан атып үлтерелгән комиссар рухы яҡташтар йөрәгендә мәңгелек урын алған.
Бәлиғ булмаған йәштәге балалар менән дә мәҙәниәт усағында әңгәмәләр йыш уҙа."Төнгө ваҡыт бала өсөн түгел" тигән тема өлкәндәр менән баланы асыҡ - асыҡтан һөйләшеүгә саҡырҙы.Һәр балаға комендант сәғәте тураһында аңлатма ла бирелде.
Башҡортостанда уҙған "Айыҡ ауыл" конкурсына иҫке надеждиндар ҙа дәррәү ҡушылды.Эскелеккә ҡаршы ауыл биләмәһе вәкилдәре, әүҙем йәмәғәтселәр халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға өндәп, төрлө спорт ярыштары ойоштора. Әле яңыраҡ ҡына мәктәптең спорт залында уҙған спартакиада олоһон да, кесеһен дә бергә туплаған.Был сарала дуҫлыҡ, берҙәмлек еңгән.
Балалар менән уртаҡ тел тапҡан Надежда Ивановна Янькова уларҙы урманға сәйәхәткә алып сыҡҡан.Бергәләшеп уйнап - көлөп арыған уҡыусылар ап - аҡ бәҫ ҡаплаған ағастарға һоҡланып, тәүге ҡарға шатланып ҡайтҡан.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә лә иҫке надеждиндар күп милләтле ауылда берҙәм, дуҫ, татыу йәшәгәнен төрлө телдә башҡарылған йыр - бейеү аша иҫбатланы. Йәштәр заманса флешмобҡа ҡушылып рәхәтләнеп бейене, илебеҙҙең, республиканың дәүләт символикаларын да белеүҙәрен күрһәтте.
Бына шулай кәңәшләшеп, халыҡ күңелен рухи яҡтан байытып эшләй ҙә, йәшәй ҙә беләләр Иҫке Надеждинда.Фекерҙәре уртаҡ булғас, уларҙың эштәре лә көйлө бара.