Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 11:00

Һәр яҡлап та үҫешкән шәхес

Балаларға матур тәрбиә

Благовещен ҡалаһының балалар баҡсаларында фәһемле, йөкмәткеһе матур булған саралар йыш ойошторола.
Тәрбиәүи яҡтан күп төрлө, отошло уҙған дәрес, байрам, концерттарҙы тәрбиәселәр ата - әсәләр менән берлектә уҙғара. Тәртипле, аҡыллы балалар ысын шәхес булып үҫһен өсөн бар көсөн һала улар.
Ҡаланың 1 - се гимназияһының мәктәпкә әҙерлек төркөмдәренә йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙар "Белем иленә сәйәхәт" итә.Ҡуйылған маҡсатҡа ирешер өсөн улар төрлө ҡаршылыҡтар үтә: юлда йырып сыҡҡыһыҙ һаҙлыҡ та осрай, бейек тауға ла улар етеҙ артыла, урманда бәшмәк тә йыя. Эш барышында отҡор балалар самолет һүрәтенең һыҙмаһын һыҙа, ауыр математик мәсьәләләрҙе сисә, аҡсаһын иҫәпләп самолетҡа билет та һатып ала, серле һорауҙарға яуап та бирә. Ошондай ҡатмарлы заданиелар аша улар эш барышында бер - береһе менән аралашып, кәрәкле юлдарҙы эҙләп табыуға өлгәште. Бына шулай үҙ маҡсатына ирешерҙәй ысын, белемле кеше әҙерләү - был "сәйәхәт" тең төп маҡсаты булып торҙо.
Ә 3 - сө балалар баҡсаһында " Көҙгө муллыҡ " байрамы йәнле уҙҙы.Тырышып эшләп, мул уңыш йыйып алған өлкәндәр хеҙмәтен данлаған балалар яттан шиғыр һөйләне, йыр - бейеүен дә башҡарҙы.Сағыу буяуҙарға бай, мул уңышлы осорҙа үҫкән йәшелсә,емеш - еләк, тәбиғәттәге төрлө бай материалдар: сәскә,тубырсыҡ,япраҡ,мүк,ағас сыбыҡтарын ҡулланып, өлкәндәр ярҙамында эшләгән ҡул эштәрен балалар баҡсалағы күргәҙмәгә тәҡдим итте. Һәр ҡул эше үҙенсәлекле, ижади яҡтан бай, йөкмәткеле булыуы менән билдәләнде.
Читайте нас: