Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 11:30

Заманса объект асыласаҡ

Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып

Благовещен районының Туғай ауылында заманса социаль - мәҙәни объект сафҡа инәсәк.
Һәр яҡлап та заман талаптарына яуап биргән ауыл мәҙәниәт йорто, фельдшер - акушерлыҡ пункты бында урынлашасаҡ. Оҙаҡламай медицина ҡорамалдары һәм музыкаль аппаратура һатып алыу күҙаллана. Юғарыла телгә алынған, халыҡ өсөн бик кәрәкле был ойошмалар бөгөнгәсә яраҡлашҡан биналарҙа урынлашһа, ә хәҙер уларҙың уңайлы бинаға күсеүе Туғай халҡын икеләтә ҡыуандыра.
Ильина Поляна ауылындағы "Олимп" үҫмерҙәр клубында ремонт эштәре тамамланды. Таҙа һәм уңайлы биналағы бүлмәләрҙә уҙған төрлө күнекмәләргә хәҙер балалар бик теләп йөрөй.Ундағы йылы мөхит, яҡшы мөнәсәбәт, тренерҙарҙың тырыш хеҙмәте күп малай - ҡыҙҙарҙы үҙенә ылыҡтыра. Бергә башҡарған эштәрҙең һөҙөмтәһе лә бар.Үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәренең исеме районда киң билдәле.
Читайте нас: