Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2019, 10:40

Был ерҙәрҙән батыр атлаған...

Иҫтә ҡалған сәйәхәт

Көҙгө каникулдарҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған Иҙәк мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары, ата - әсәләре етәкселегендә гүзәл тәбиғәтле Салауат районына сәйәхәт ҡылды.
Милли батырыбыҙ, шағир, сардар Салауат Юлаев эҙҙәрен һаҡлаған Иҙрис мәмерйәһендә булған сәйәхәтселәр боролоп - боролоп аҡҡан данлы Йүрүҙән йылғаһына ҡарап һоҡланды.
Бөтә донъяға билдәле булған "Янғантау" шифаханаһында ла улар күп мәғлүмәт менән танышты. Шифахана тарихын һаҡлаған музей хеҙмәткәрҙәре лә килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды.Ҡыҙыҡһыныусан балаларҙы музейға ингәс тә, ишек төбөндә баҫып торған бабай фигураһы ҡаршы алды. Йөҙләгән йылдар элек аяҡ - ҡулдары һыҙлаған көтөүсе ҡарт ағас төбөндә ятып ял иткән сағында ер аҫтынан килгән йылы парҙы тоя. Шул шифалы ерҙә гел ятып торған бабай бер аҙҙан һыҙланыуҙарын онота. Бындай асыштан һуң күптәр ошо изге урынға килеп дауалана башлай.Артабан бында шифахана ла үҙ ишектәрен аса.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышҡан балалар экскурсовод апайҙарына рәхмәт әйтеп, үҙенсәлекле диңгеҙ музейына юлланды. Һыу аҫты донъяһын, уның ҡәҙерле ҡомартҡыларын һаҡлаған был урында ла балалар ҙа, өлкәндәр ҙә күпме экспонаттар менән танышты.
Еңелсә минераллашҡан, секундына 125 литр урғылып сыҡҡан, ҡышын да туңмаған Ҡорғаҙаҡ шишмәһе лә йыраҡ араларҙы яҡын итеп килгән иҙәктәрҙе таҙа, тәмле һыуы менән ҡаршы алды.
Салауат районынан онотолғоһоҙ тәьҫораттар алып ҡайтҡан улар. Файҙалы, ҡыҙыҡлы сәйәхәт, райондың киң күңелле халҡы, күҙ алдында торған мөғжизәле урындар, иҫтәлекле фотолар - иҙәктәрҙең йөрәк түрендә оҙаҡ һаҡланыр.
Читайте нас: