Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2019, 17:00

Урам юлдары төҙөкләнә

Келәш урамдарынан йөрөү хәҙер уңайлы

Келәш ауылының Үҙәк урам юлын ремонтлау эштәре тамамланды. Оҙонлоғо 650 метр самаһы булған юл полотноһына ҡом, ваҡ таш йәйелде. Был эштәрҙе башҡарыу урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында мөмкин булды.
“ПСК Төҙөлөш” подрядсы ойошмаһы ремонт эштәрен ваҡытында һәм сифатлы башҡарып сыҡты.
-Үктәй ауыл биләмәһендә йәшәүселәр был программала инде бер нисә йыл әүҙем ҡатнаша, - ти ауыл советы рәисе Ильшат Мөҙәрисов. - 2020-се йылда проектҡа ярашлы Һарт-Лабау ауылының бөтә урамдары ла төҙөкләндереләсәк.
Читайте нас: