Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2019, 12:00

Һыу сифаты - нормала

Благовещен районының "Полиэф" акционер йәмғиәтендә ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһен бөтөрөү буйынса эштәр планға ярашлы дауам итә

Благовещен районының "Полиэф" акционер йәмғиәтендә ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһен бөтөрөү буйынса эштәр планға ярашлы дауам итә.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге мәлдә аҡҡан бысраҡ һыу йыйып алынған."Полиэф" тың үҙендә бысраҡ һыуҙы таҙартыу өсөн резервуарҙар әҙерләнгән.Предприятиеның таҙартыу ҡоролмалары соҡорҙарындағы бысраҡ һыуҙар автоцистерналарҙа сығарылған. Шулай уҡ бында котлован - отстойниктарҙан бысраҡ һыуҙы ҡыуҙырыу өсөн күсмә насос яйланмалары ла урынлаштырыла башлаған. Яңы һалынған торба үткәргес аша бысраҡ һыу ҡыуыла башлаған да инде.
Иҙәк йылғаһындағы һыуҙың сифатына даими мониторинг үткәрелеп тора. Һыу пробалары күрһәтеүенсә уның сифаты нормативтарға тулыһынса яуап бирә. Етәкселәр һүҙенә ҡарағанда, предприятиеның таҙартыу ҡоролмаларына торба үткәргес буйынса бысраҡ һыуҙарҙы өҙлөкһөҙ ҡыуҙырыу саралары уҙа.
Читайте нас: