Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 10:50

Буласаҡ медиктар менән эшлекле осрашыу

Иглин дауаханаһы йәш ҡадрҙар менән тулыланасаҡ

Район хакимиәте башлығы Николай Самойленко үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре менән берлектә Башҡорт медицина колледжында белем алыусы иглинлылар менән осрашты.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар дауахана һәм поликлиника эшсәнлегенә, райондағы төҙөкләндереү барышына, медиктарҙың йәшәү шарттарына ҡағылған мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
2021 йылда Иглин ауылында яңы технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған поликлиника төҙөләсәк. Шуға күрә төрлө аппараттар менән эшләй белеүсе белгестәргә ихтыяж ҙур буласаҡ.
Өфө һәм Бөрө колледждары менән Иглин дауаханаһы араһында маҡсатлы уҡыуға килешеү төҙөү мөмкинлеге лә бар.
Сара сиктәрендә 2020 йылда уҡыуын тамамлаусы студенттарға Иглин үҙәк дауаханаһындағы вакантлы вазифаларға - медицина шәфҡәт туташтарына, ашығыс ярҙам фельдшерҙарына, клиника лаборанттарына сертификаттар тапшырылды.
Читайте нас: