Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2019, 10:00

Ғаилә хеҙмәте - Иҫке Надеждинда

Һәр кеше йылы һүҙгә мохтаж

Благовещен районының Ғаилә хеҙмәте белгестәре Иҫке Надеждин ауыл биләмәһе башлығы Андрей Караваев менән берлектә ауыр тормош хәлендә ҡалған, ярҙамға мохтаж бер нисә ғаилә менән осрашты.
Ҡаланан килгән белгестәр тәү сиратта улар менән әңгәмә ҡороп, психологик, юридик яҡтан булған һорауҙарға тулыһынса яуап бирҙе. Артабан улар комиссия составында бергәләп ғаиләләр йәшәгән йорт - ҡураның торошон, йәшәү шарттарын тикшереп, акт төҙөнө. Ғаилә хеҙмәтенең гуманитар ярҙам банкыһынан килтерелгән кейем - һалым, аҙыҡ - түлек тә ғаилә ағзалары өсөн бик ваҡытлы булды.
"Йылы һүҙ - йән аҙығы" тигәндәй, бындай мөхиттә үткән файҙалы осрашыу ике яҡ өсөн дә отошло булды. Ауыр саҡта күптәргә тел ярҙамы ла, ҡул ярҙамы ла бик мөһим, ҡәҙерле.
Лира Батыргәрәева,
Благовещен районы.
Читайте нас: