Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2019, 11:00

Шатлыҡ өләшкән проект

Махсус уйын майҙансығы асылды

"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Аныҡ эштәр" проекты сиктәрендә Благовещен ҡалаһының Котловка микрорайонында күптән көтөлгән балалар майҙансығы асылды.
Ауыл ере булһынмы, ҡаламы барыбер ҙә балалар өсөн махсус уйын майҙансығының берҙәй кәрәк икәнлеген аңлаған етәкселәр был мәсьәләне ыңғай хәл итте.
Ҡала үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан был микрорайонда йәшәгән балалар өсөн майҙансыҡта сәңгелдәк, тау, өрөлөп торған каруселе лә бар. Күптән ошондай майҙансыҡ тураһында хыялланған малай - ҡыҙҙарға инде был объекттың ҡәҙерен белеп, боҙмай - ватмай файҙаланырға ғына ҡала.
- Улыма дуҫ - иштәре менән саф һауала уйнарға йортобоҙға яҡын ғына шәп, ҡулайлы урын булды. Ул күҙ алдында уйнап йөрөгәс күңел тыныс, улым да ҡараулы, - ти Мараттың әсәһе Флүзә апай Йосопова.
Лира Батыргәрәева,
Благовещен ҡалаһы.
Читайте нас: