Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2019, 10:40

Яңы мәктәпкә нигеҙ

Яңы мәктәпкә нигеҙ

Первомайский ауылы райондың төпкөл урынында ятһа ла, милли проекттарға ҡағылышлы саралар унда әүҙем алып барыла.
Ауылдың үҙәк урамына асфальт түшәлгән, халыҡты таҙа һыу менән тәьмин итеү эштәре яйға һалынған, сүп – сар йыйыу майҙансыҡтарына контейнерҙар ҡуйылған, урамдарҙы яҡтыртыу ойошторолған. Урындағы мәктәп 1959 йылдан бирле эшләй. 60 йыллап ваҡыт үтеү сәбәпле, белем усағын ремонт эштәре менән генә заман талаптарына яраҡлаштырыу мөмкин түгел. Әлеге көндә мәктәп урынлашаһы урында нигеҙ төҙөү өсөн ер эштәре башланған. Бында ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Мәктәп 60 уҡыусыға иҫәпләнгән, шулай уҡ бында 20 кескәйгә иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла буласаҡ.
Киләһе уҡыу йылын балалар яңы, йылы, бөтә шарттар ҙа булдырылған мәктәптә ҡаршылар, тип ышанғы килә.
Нуриман районы,
Ринат Биктимиров.
Читайте нас: